Essays.club - Получите бесплатные рефераты, курсовые работы и научные статьи
Поиск

Башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре

Автор:   •  Февраль 3, 2022  •  Реферат  •  2,287 Слов (10 Страниц)  •  296 Просмотры

Страница 1 из 10

Йөкмәткеһе

Инеш ………………………......……………….............……………………….… 3

Тел тураһында дөйөм төшөнсә……………….............…………………….…… 4

Телдең барлыҡҡа килеүе……………….............………………………………... 4

Башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре …………...….............……………..…. 7

Йомғаҡлау…………….............................……………............………....……… 11

Ҡулланылған әҙәбиәт………………............….............……………….……….. 12

Инеш

Тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ әле. Иҫ киткес донъя... Унда нимэлэр генә юҡ: матур-матур йорттар, төрлө маркалы машиналар, компьютерҙар, кеҫә телефондары... Уйлап ҡараһаң, был нәмәләр барыһы ла кеше аҡылы, кеше ҡулы менән барлыҡҡа килгән. Ә иң ғәжәбе – кешелек тыуҙырған тел менән көй.

Ер шарында төрлө милләт кешеһе йәшәй. Һәр халыҡтың туған теле бар: улар үҙ телендә һөйләшә, аралаша. Тик икенсе халыҡ менән аралашыр , күп нәмәнең серенә төшөнөр өсөн сит телде лә белеү кәрәк.

Кешенең, йәмғиәттең, фән һәм техниканың, мәҙәниәттең телдән башҡа үҫеүе мөмкин түгел. Быны халыҡ яҡшы аңлаған һәм тел, һүҙ тураһында тос фекерҙәрен мәҡәлдәргә һалған: Телһеҙ кеше – ярты кеше. Теле барҙың – иле бар. Аҡыл - ҡаҙна, күңел – йоҙаҡ, тел – асҡыс. Телдәр белгән – илдәр белгән. Телле кеше теле менән ҡош тота. Тура юлды тел табыр. Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр. Халыҡ теле – хаҡлыҡ теле. Тел – күңел көҙгөһө.

Башҡа халыҡты аңлар өсөн, уның телен, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнергә кәрәк. Күп тел белеү бер кемгә ҡамасауламай, ә ҙур файҙа килтерергә мөмкин. Һинең бер нисә тел белеүең үҙеңә генә түгел, халҡыңа, тыуған илеңә кәрәк булыуы бар. Юҡҡа ғына Пифагор: «Ниндәй ҙә булһа халыҡтың тәбиғәтен аңлар өсөн, иң тәүҙә уның телен өйрәнергә тырыш», - тип әйтмәгәндер. Шуның өсөн мәктәптә бер нисә тел өйрәнеүҙе әлеге заманда кәрәк эштәрҙең береһе тип һанала.

Тел тураһында дөйөм төшөнсә

Тел – фекерләүҙең туранан–тура ысынбарлығы. Кеше үҙенең фекерен тел яраҙамында белдерә. Тел менән фекерләү араһында айырылғыһыҙ берҙәмлек йәшәй. Кешенең фекерләүе телдән башҡа булырға мөмкин түгел: уның фекере фәҡәт тел, йәғни һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр аша ғына тыңлаусыға аңлашыла.

Башҡорт теле — башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Башҡортостан Республикаһынан тыш башҡорт телендә Силәбе, Ҡурған, Пермь, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Төмән өлкәләрендә, Татарстан, Үзбәкстан, Төркмәнстанда, Яҡут (Саха), Удмурт Республикаларында, Көнбайыш Ҡаҙағстандың ҡайһы бер район һәм ауылдарында йәшәгән башҡорттар һөйләшә. Үҙ телен, рухын онотмаған башҡорттар АҠШ, Венгрия һ.б. илдәрҙә лә йәшәй. Башҡорт телен Германияла, АҠШ-та, Венгрияла, Польшала өйрәнәләр. АҠШ-та башҡорт теле буйынса ике томлы һүҙлек баҫтырылған.

Башҡорт теле – бик боронғо һәм үҙенсәлекле телдәрҙең береһе. Ул башҡа телдәрҙән өн системаһында үҙенсәлекле [ә], [ө], [ү], [ң], [ҙ], [ҫ], [ҡ], [ғ], [һ] өндәренең булыуы менән айырылып тора. Шуларҙан [ә], [ө], [ү], [ң], [ҙ], [ҫ], [ҡ], [ғ], [һ], [ у, ү = w] өндәре инглиз телендә лә бар.

Телдең барлыҡҡа килеүе

Тел бик боронғо замандарҙа, кешелек тарихының таңында, кешеләрҙең бер-береһенә нимәлер әйтергә теләү ихтыяжы, мохтажлығы арҡаһында барлыҡҡа килгән. Шулай итеп, телдең барлыҡҡа килеүе уның төп функцияһы менән тығыҙ бәйләнгән. Хәҙерге телдәр, бик боронғо замандарҙан башлап, ҡатмарлы үҫеш юлы кисергән. Телдәрҙең үҫеш тарихы дүрт дәүергә бүленә: 1) ырыу теле, 2) ҡәбилә теле, 3) халыҡ теле, 4) милли телдәр.

Башҡорт теле төрки телдәре төркөмөнә инә. Төрки телдәре – яҡын ҡәрҙәш телдәр. Унда 30 – ҙан ашыу төрки теле бар. Төрки

...

Скачать:   txt (29.7 Kb)   pdf (75.7 Kb)   docx (17.3 Kb)  
Продолжить читать еще 9 страниц(ы) »
Доступно только на Essays.club