Творчество М.В.Биканасовой
Автор: zagitova-75 • Ноябрь 19, 2018 • Реферат • 770 Слов (4 Страниц) • 473 Просмотры
Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы муниципаль районының Степановка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Шағирә М.В.Бикәнәсова ижадында
тыуған ер, тыуған яҡ ,тәбиғәт темалары
(Ғилми-тикшеренеү эше)
Яҙҙы Степановка урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең 9-сы класс
уҡыусыһы Ильясова Зәлиә
Етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Заһитова Гөлсинә Әхәт ҡыҙы
Степановка 2017
Йөкмәткеһе
1.Инеш өлөш.........................................................................2
2.Төп өлөш.............................................................................3
1) Биографик белешмә
2) Шиғырҙарының темаһы
3.Йоғаҡлау.............................................................................7
4.Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................8
1.Инеш өлөш.
Ғилми–тикшеренеү эшенең темаһын мәктәптәге уҡытыусыбыҙ,беҙҙең тәбиғәткә мөкиббән киткән Минира Винер ҡыҙы Бикәнәсованың шиғырҙарына арнайбыҙ.Уның шиғырҙары патриотик тойғолар,матурлыҡҡа ынтылыу ,тыуған еребеҙҙе һөйөү менән һуғарылған ,тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.Күптән түгел Минира Винер ҡыҙының “Күңел моңо”исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Ул бер үк ваҡытта талантлы шағирә лә,оҫта уҡытыусы ла,хәстәрлекле әсәй ҙә.
Теманың актуаллеге: шиғырҙары париотик тойғолар уята,тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Эҙләнеү маҡсаты: шағирәнең шиғырҙарының йөкмәткеһен асыҡлау.
Бурыстары: шиғырҙарҙы уҡып сығыу,тематикаларын билдәләү.
Эҙләнеү объекты: М.В.Бикәнәсова–Үтәгәнова ”Күңел моңо “шиғырҙар йыйынтығы.
Эҙләнеү субъекты: интернет-ресурстар,газета-журналдар..
Тикшереү методтары: фәнни - тикшереү эшендә ҡулланған тикшереү методтары − эҙләнеү,тикшеренеү, һөҙөмтә яһау.
2.Төп өлөш.Биогрфик белешмә.
М.В.Бикәнәсова Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ “Башҡортостан пионеры” газетаһында хикәйәләре ,шиғырҙары, мәҡәләләре баҫылып сыға һәм “Йәш хәбәрсе” тигән исем бирелә.
Мәктәпте тамамлағас ,Башҡорт дәүләт педагогия институтының тәбиғи география факультетына уҡырға инә.Һәм химия-биология уҡытыусыһы булып Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында эшләй башлай. Минира Винер ҡыҙының өс балаһы бар .Улар ата-әсәләренә оҡшап бик тырыш ,эш һөйөүсән,тәртипле балалар. Мәктәп ,ғаилә эсендә юғалып ҡалмай ул ,ижади эшен дауам итә. Республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында әленән- әле яңы әҫәрҙәре баҫылып сыға. Һәм бына ниһәйәт күптә көткән китап донъя күрҙе.
Шиғырҙарының темаһы күп яҡлы. Йыйынтыҡ өс өлөштән тора:”Күк көмбәҙе зәңгәр яулыҡ болғай”,”Рәхмәтлемен һәр яңы көн өсөн”,”Ямғырҙарҙың көмөш тауышы”.
Эшебеҙҙә беҙ Минира Винера ҡыҙының тәбиғәт ,тыуған ил,тыуған ер тураһындағы шиғырҙарына туҡталып китергә уйлайбыҙ. Был темалар уны битараф ҡалдырмай .Тыуған ерҙең һәр бер ташы ,кескәй шишмәһе,урман- тауҙары өсөн янып –көйөп йәшәй, һәм уларҙың матурлығын шиғырҙары аша беҙгә лә еткерә.
Тыуған ерем –Башҡортостан!
Бармы һиңә етәрлек?
Тау-урманың ,йылғаларың
Күрһәң иҫең китерлек!(Тыуған ер)
Нисә йылдар буйы халыҡтың йөҙөк ҡашы булып торған Стәрлетамаҡ янындағы Шихан тауҙарының яҙмышы ла борсой шағирәне.
Изге шихан тауҙарының
Һурырға елек майын
Тырыштылар ,әммә халыҡ
Ҡыуҙы ҡомһоҙон ,байын.
...Аманатҡа
...