Мостай Кәрим "Бөжәк апа"
Автор: aig000 • Апрель 11, 2023 • Анализ книги • 707 Слов (3 Страниц) • 401 Просмотры
Мостай Кәрим "Бөжәк апа"
1) Хикәйә
2) Жанры, тематик үҙенсәлеге: көндәлек хәл - ваҡиға, иҫтәлектәр
3) Эмоциональ тон: еңел ирония менән һуғарылған
4)Әҫәрҙең идеяһы: үкенеүҙәр. Әҫәрҙең башында уҡ автор ошо һүҙҙәрҙе әйтә: "Сәйер инде кеше хәтере. Уҙғандарҙы эреле-ваҡлы үкенеүҙәр ғүмер үткән һайын, асығыраҡ булып, әйләнеп ҡайта. Ҡайта ла, йөрәкте сәнсеү алып ҡуя."
5) Эмоцияларҙы өндәү һөйләмдәр менән күрһәтә
6) Әҫәр төрлө ҡушаматтар булыуы арҡаһында ҡыҙыҡлы, балалыҡ хисе менән яҙылған:
"ун ете йәшлек ғифрит - ҡалын тауышлы Тимербай" — "ғифрит" рус теленә тәржемә иткәндә "чудовище" була. Бындай ҡушамат уға ҡалған классташтары араһында иң оҙоно һәм ҡалын тауышлы булғаны өсөн ҡушылғандыр.
"кәрлә Ишбулды" — "кәрлә" - карлик, бәләкәй буйлы булғанлыҡтан, тағы ла әкиәттәргә иғтибар итһәк "кәрлә" булып хәйләкәр, яуызлыҡ ҡылған образдар килә. Был әҫәрҙә лә шул идея сағыла. "Эсе тулы ағыу инде ул кәрлә Ишбулдының"
"бөтәһен дә белеүсән Фәриҙә" сарказм менән әйтелгән, Фәриҙә ысынлап та бик яҡшы уҡыйҙыр, тик ундайҙарҙы класста әллә ни яратмайҙар.
"Их һеҙ, томнанлар" — томана - бик тар ҡарашлы, наҙан, аңһыҙ. Рус теленә тәржемә иткәндә "подслеповатый, невежественный".
"аҡыл яғы самалыраҡ Зәйтүнә" — белеме әҙ, малообразованный.
"килделе-киттеле Зәйтүнә" — килделе киттеле кеше - ул үҙ ҡарашы булмаған, тәртипһеҙ була. Русса "бестолковый" тиергә була
"төлкө Хәйернас" — төлкө тиеп хәйләкәр кешеләрҙе атайҙар
"күҫәк Тимербай" — күҫәк кеүек, аңламай тоған кеше. Дәртһеҙ кеше - күҫәк (әйтем). Русса "дубина, болван, грубый"
"йыуаш ҡолға Ғилметдин" — йыуаш - баҫалҡы, мыштым, шым кеше; ҡолға - оҙон буйлы кеше тураһынла, йә кәмәне этеп йөрөй торған оҙон таяҡ.
"иҫәүән Зәйтүнә" — иҫ аҡылында булмаған, иҫәр.
"тыңҡыш Шәмси" - "тыңҡыш" - гнусавый
"Бөжәк апа" - зоология уҡытыусыһына ошо ҡушаматты бирәләр, тышҡы ҡиәфәтенән оҡшатып та, тағы ла беренсе дәрестә күп итеп бөжәктәр тураһында һөйләгәне өсөн. Автор уҡытыусыны "әллә ғәләмәт ҙур ҡырмыҫҡаға, әллә сиңерткәгә оҡшаған. Аяҡ - ҡулдары бөжәк сираҡтары һымаҡ нескә, түп-түңәрәк ҙур таҫыр күҙҙәре тәгәрәп төшөргә тора, башындағы йәшел береты күгәүен таҡыяһына оҡшаған, тар иренле ауыҙы ла нисектер аҫтараҡ һымаҡ" тиеп һүрәтләй.
Был уҡытыусы реаль шәхес - Фәрзәнә Шарап ҡыҙы Ибраһимова була
7) Географик урындар: Келәш мәктәбе - Башҡортостан республикаһы Шишмә районы Келәш ауылында урынлашкан (1870 йылда мәҙрәсә, 1813 йылдан земская, октябрь революцияһынан һуң башланғыс, 1939 ете йыллыҡ, 1962- 8 йыллыҡ, 1979 - урта)
Өсәтәс урамы - Шишимә
...