Essays.club - Получите бесплатные рефераты, курсовые работы и научные статьи
Поиск

Донъя тел картинаһында “дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары

Автор:   •  Июнь 9, 2023  •  Курсовая работа  •  4,580 Слов (19 Страниц)  •  152 Просмотры

Страница 1 из 19

ИНЕШ

Телдең концептосфераһын өйрәнгәндә иң ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле “асҡыстар” булып халыҡтың әхлаҡи-мәҙәни ҡиммәттәрен сағылдырыусы универсаль төшөнсәләр – категориялар тора. Улар араһында “дуҫлыҡ” концепттының әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Сөнки ул милли тел картинаһына хас әхлаҡи маяҡтарҙы ла, дуҫлыҡ төшөнсәһенең мәҙәни йөкмәткеһен дә һүрәтләй.

Әммә ләкин юғары мәғәнәгә эйә “һөйөү”, “йән” кеүек универсаль мәҙәни һүҙ-асҡыстарға ҡарағанда, «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттары лингвистикала өйрәнелеп етмәгән, уның ижтимағи мәҙәниәттәге фәлсәфәүи йөкмәткеһе, милли үҙенсәлеге, индивидуаль тел шәхесе картинаһындағы асылы һорауҙары ҡараңғы ҡала килә. Концепттың бер төрө булараҡ «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттары хәҙерге тел ғилемендә үҙе генә айырым бер төшөнсә була алмай, ул мәҙәниәттең һәм телдең мәғәнә структураһының бер өлөшө, шулай ҙа уны тикшереү һәм өйрәнеү лингвистика өсөн актуаль проблема.

“Дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары социомәҙәни феномен, уның художестволы әҙәбиәт әҫәрҙәрендә һәм халыҡ ижадында тел картинаһында асылышы тәбиғи күренеш. Милли тел картинаһында ул ижтимағи-мәҙәни йөкмәткегә эйә, үҙенсәлекле әхлаҡи төшөнсәләрҙе үҙендә йөрөткән бер “асҡыс”ҡа әйләнә. “Дуҫлыҡ” төшөнсәһенең халыҡта нығынған әхлаҡи, фәлсәфәүи нигеҙен сағылдырып, һәр әҫәр уны үҙенсә аса һәм шуның менән был төшөнсәнең мәғәнә йәкмәткеһен ифрат киңәйтә, милли тел картинаһын яңы биҙәктәргә байыта. Тимәк, концепт тағы ла тәрәнерәк өйрәнелергә тейеш.

Шулай итеп, курс эшендә үҙәккә ҡуйылған теманың актуаллеге түбәндәгеләргә нигеҙләнә:

- башҡорт тел картинаһында «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының йөкмәткеһенең ныҡлы өйрәнелмәүендә;

- «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының социомәҙәни феномен булып сығыш яһап, уның тел картинаһының үҙәген булдырыусы әхлаҡи төшөнсәләр рәтендә сығыш яһауында, халыҡтың донъя картинаһына яңы биҙәктәр өҫтәүендә.

Тикшереү эшенең төп объекты тип тел картинаһында «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының мәғәнәһен һәм фәлсәфәүи-мәҙәни йөкмәткеһен өйрәнеү алына. Хеҙмәттә тикшереү эшенең төп предметы тип халыҡ ижадында һәм әҙәби әҫәрҙәрҙә «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының сағылышын күрһәтәбеҙ.

Лингвокультурология фәнендә тел концептосфераһын өйрәнеү буйынса бай тәжрибә тупланған. «Дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттары тел ғилеменең лингвокультурология һәм когнитив лингвистика тармаҡтарында баҫылған хеҙмәттәрҙә, мәҡәләләрҙә яҡшы ҡарала.

Дөйөм лингвистикала «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының ҡайһы бер үҙенсәлектәре ғалимдар П.В. Флоренский, А.Н. Вежбицкая, Н.В. Уфимцева, Т.А. Пшенина, Н.Г. Шаймердинова, А.А. Смирнова, О.Ю. Лушкова хеҙмәттәрендә ҡарала. В.А. Маслова, Ю.С. Степанов, Д.С. Лихачевтың лингвокультурология буйынса фундаменталь эштәрендә һәм һүҙлектәрендә аталған концептҡа дөйөм баһа бирелә.

Башҡорт тел ғилемендә М.В. Зәйнуллин, Л.Х. Сәмситова, Ф.Б. Санъяров, Г.Х. Бохарова, Р.Р. Янмурзина, Т.Ә. Килдебәкова, Р.Ә. Кәримова, Л.М. Сәлимова һәм башҡа ғалимдарҙың эштәрендә “дуҫлыҡ” концептының әхлаҡи-мәҙәни йөкмәткеһе, семантикаһы өлөшләтә ҡарала. Хеҙмәттәрҙә һәм һүҙлектәрҙә концептты сағыштырма планда өйрәнеү, халыҡ ижадының тел картинаһы миҫалында тикшереү, лингвистик тел саралары ярҙамында уның тел картинаһындағы сағылышын ҡарау өлгөләрен таба алабыҙ.

Курс эшенең маҡсаты булып төп әхлаҡи-мәҙәни концепттарҙың нигеҙен тәшкил иткән «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарын лингвокультурологик күҙлектән өйрәнеү тора. Билдәләнгән маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

- тел ғилемендә “концепт” төшөнсәһенең йөкмәткеһен, ниндәй юҫыҡта ҡулланылыуын асыҡларға;

- «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының мәғәнә йөкмәткеһен анализлау, уның семантик төҙөлөшөн миҫалдар ярҙамында өйрәнеү;

- «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының әхлаҡи-мәҙәни һәм фәлсәфәүи йөкмәткеһен байҡап сығыу, тел картинаһында

...

Скачать:   txt (66.6 Kb)   pdf (133.7 Kb)   docx (31.4 Kb)  
Продолжить читать еще 18 страниц(ы) »
Доступно только на Essays.club