Икенсе бүлек. Т. Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында хайуандар образдары
Автор: abzayn • Май 24, 2019 • Реферат • 6,026 Слов (25 Страниц) • 724 Просмотры
Йөкмәтке:
Инеш.........................................................................................................................3
Беренсе бүлек. Т. Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы....................................7
1.1. «Бөйрәкәй» романының новаторлығы.........................................................12
1.2. Романда хайуандар образдарының сығанаҡтары һәм әһәмиәте……........12
Икенсе бүлек. Т. Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында хайуандар образдары………………………………………………………………………..16
2.1. Әҫәрҙә Бөйрәкәй образы................................................................................16
2.2. Романда Күк бүре образы..............................................................................20
Йомғаҡлау.............................................................................................................25
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге....................................................................27
Инеш
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова ижады бөгөнгө әҙәбиәттең сағыу йондоҙо, уҡыусыларҙың күңелен яулаған әҫәрҙәре менән әҙибә проза, драматургия һәм публицистика өлкәһендә үҙен новатор яҙыусы тип танытты.
Таңсулпан Ғарипова прозаһы уның ижадының иң сағыу тағаны. Хикәйә, повесть һәм роман кеүек жанрҙарҙа емешле эшләгән яҙыусы башҡорт прозаһын жанр-стиль йәһәтенән үҙенсәлекле һәм бай әҫәрҙәре менән байытты.
Милли әҙәбиәтебеҙҙе башҡорт халҡының йәшәйешен һәм рухиәтен сағылдырған “Бөйрәкәй” тип аталған тәүге романы менән шаулатҡан яҙыусының беренсе әҫәрҙәре үк үҙенең тормошсан ваҡиғалары, геройҙарының бай эске донъяһы, тәрән кисерештәре, матурлыҡты күрә, аңлай, шул уҡ ваҡытта ғәҙелһеҙлеккә, яуызлыҡҡа нәфрәтләнә, ҡаршы сыға алыу тойғолары менән һуғарылғайны. Быға Таңсулпан Ғарипованың стиль маһирлығы, халыҡтың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен уңышлы ҡуллана белеүен дә өҫтәргә кәрәк. Башҡорт прозаһына донъяға үҙенсәлекле ҡараш, әйтер һүҙе, үҙ фекере булған яҙыусының килеүе ине был.
Теманың актуаллеге. Таңсулпан Ғарипова ижадын өйрәнеү бөгөнгө көндә бик мөһимдер, тигән фекерҙәбеҙ. Сөнки әҙибәнең һәр әҫәре айырым әҙәби күренеш, ҡаҙаныш булырҙай. Автор хәл-ваҡиғалар, ҡыҫҡа сюжет артынан ҡыумай, бик күптәр өсөн уртаҡ яҙмышлы, ғәҙәти кешеләр тормошон һүрәтләй. Характерға торошло образдарҙың социаль йәки психологик кимәлдәрен ҡабартмай, тормошсан итеп һүрәтләй. Уның геройҙары беҙҙең арала йәшәй. Тик уларҙың тормошо беҙҙекенә ҡарағанда бер аҙ күркәмерәк, фәһемлерәк, ғибрәтлерәк. Ана шуларҙың яҙмышы аша яҙыусы тормош мәнфәғәтен, йәшәү рәүеше ҡанундарын, йәшәйештең сәбәп-маҡсат, сәбәп-һөҙөмтә, сәбәп-мәғәнә кеүек быуындарын халыҡсан телмәр саралары, телмәр поэтикаһы саралары менән һүрәтләүгә өлгәшә. Яҙыусының әҫәрҙәрендә мәғәнә ярылып ята.
Т.Ғарипованың әҫәрҙәрен халҡыбыҙҙың тарихына, этномәҙәниәтенә, нигеҙләнеп ижад иткән. Уның әҫәрҙәрен уҡыу, өйрәнеү үҙе үк халҡыбыҙ, илебеҙ яҙмышын өйрәнеү ул. Әҙибәнең “Бөйрәкәй” романы, һис шикһеҙ, уҡыусы күңелендә кешене кеше иткән рухи ҡиммәттәрҙе һаҡларға, йәшәтергә һәм киләсәк быуындарға ла тапшырып ҡалдырырға саҡыра. Һәм бөгөнгө көндә, рухи ҡиммәттәребеҙгә битарафлыҡ артҡан, иғтибар кәмегән заманда, Т.Ғарипованың башҡорт һүҙ сәнғәте булған ижадында фольклор мотивтарын өйрәнеү бик актуаль.
Әҙәбиәт күҙлегенән ҡыҫҡа ғына дәүер эсендә Таңсулпан Ғарипова идея-проблематик, художество яғынан әҙәби процеста сағыу күренешкә әйләнгән “Бөйрәкәй” романын яҙҙы. Яҙыусының ижад емешендә беҙ сағыу характерҙар менән генә түгел, халыҡ мәҙәниәтенә барып тоташыусы хайуандар культы менән дә осрашабыҙ..
Таңсулпан Ғарипова ижадының халыҡсан асылы башҡорт әҙәбиәт ғилеме өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Романдағы хайуандар образдары бик үҙенсәлекле, ул башҡорт халҡының йәнлектәр донъяһына булған боронғо ышаныуҙарын күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәтендә үҙенең мәшһүр “Бөйрәкәй” романы менән танылыу яулаған Таңсулпан Ғарипова әҫәрендәге хайуандар образдарына баһа биреү, яҙыусы ижадында уларҙың эволюцияһын тикшереү, әҫәрҙең идея-тематик айышына рәүешле нисек ҡоролоуын өйрәнеү актуаль.
...