Рәил Байбулатов, Кисеүҙә гармун тауышы. Роман. 1997 йыл
Автор: ildsafin2009 • Январь 18, 2019 • Анализ книги • 2,128 Слов (9 Страниц) • 374 Просмотры
Рәил Байбулатов, Кисеүҙә гармун тауышы. Роман. 1997 йыл.
Ваҡиғалар 90-сы йылдарҙа, баҙар экономикаһына күсеү осоронда- “буталсыҡ заманала” бара.
Айҙарҙы әсәһе Фәниә менән кәләше Разия Өфө-Мәскәү поезына оҙата киләләләр. Айҙар уның эштән китеүенә сәбәпсе булған элекке мәктәп директоры Коршунов һәм Саша исемле ир менән бер купеға тура килә.
Коршунов – отставкалағы майор. Хәҙер Коршунов менән Саша Мәскәүҙән тауар ташып, ҡатындары менән Сипайлово баҙарында һатыу итәләр икән, әле лә Лужники баҙарына китеп барыштары (улар –челноктар, ҙур, шаҡмаҡлы сумкалар күтәреп йөрөйҙәр). Әйбер һатып байығандар, квартира, машина, сит ил төҫлө телевизор, барыһы ла бар, тип маҡтаналар. Айҙар үҙенең аспирантура тамамлап университетта уҡытып йөрөүен, ә хәҙер докторлыҡ дисссертацияһы яҙыуын әйтте.
Айҙар Моратов менән Разия Дүшәнбаева баш ҡалала бер үк мәктәпте тамамлап, БДУ-ла уҡыған, ул тарихсы, ә Разия – физик. Айҙарҙың атаһы Министрҙар кабинетында эшләгәндә йөрәк сире менән ауырып китә, ул унынсыла уҡыған Айҙарҙы һәм ҡустыһы Альбертты етем ҡалдырып вафат була. Разия уҡыуын бөтөп Өфөлә мәктәптә эшләй башлай, Айҙарҙы армияға алалар. Айҙар армиянан һуң уҡыуын дауам итә, үҙе уҡыған мәктәпкә практикаға бара, шунда Разияны күрә, ул – завуч, ә Коршунов Виктор Васильевич-директор. Айҙарҙы Разия Хәйҙәровна мәктәптә ҡалырға өгөтләй. Айҙар университет бөтөп мәктәпкә эшкә килгәндә элекке директорҙы лицейға күсергәндәр. уның менән байтаҡ уҡытыусылар ҙа китеп бөткән. Айҙар ситтән тороп аспирантураға уҡырға инә. Педколлектив военрук Коршуновты директор итеп тәҡдим итә: “Ул хәрби кеше, мәктәптә тәртип урынлаштырыр, хужалыҡ эшен дә белә, ситтән тороп география факультетын тамамлаған”.
Ҡыш етеп бурандар башланғас ҡала урамдарын көрт баҫты, урамдар йүнләп таҙартылмай. Һайлау алдынан директор Коршунов уҡытыусыларҙы йыйып мәктәптең тирә-яғын таҙартыу өсөн уҡытыусылар көсө менән өмә яһарға тәҡдим итә. Айҙар мин бит уҡытыусы, ЖЭУ хеҙмәткәре түгел, эшкә уҡыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк, тип ҡаршы сыға. Разия Хәйҙәровна директорҙың һүҙен ҡеүәтләй. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда мәктәпкә ярҙам итергә кәрәк,ти. Директор өмә менәнетәкселек итеүҙе Моратовҡа йөкмәтә, кәрәк булһа, уҡыусыларҙы дәрестән бушатырға ҡуша. Йыйылыштан һуң [яҙыусы “педсовет” терминын ҡулланған] Разия Айҙар эргәһенә килеп, Виктор Васильевич менән дошманлашма, ул үҙ һүҙле кеше, ти. Улар шаярышып һөйләшәләр. Разия үҙенең Айҙарҙы оҡшатыуын һиҙҙереп ҡуя. Икенсе көнө иртәнсәк Айҙар ЖЭУ-ға барып техника һорай, «Ҡар таҙартыу һеҙҙең бурыс”, тип талап итә. Өлкән кластар уҡыусылары, уҡытыусылар мәктәп ихатаһын көрәй, ЖЭУ-нан килгән техника юлды таҙарта.
Өмәнән һуң Разия Хәйҙәровна уҡытыусыларҙы мәктәп ашханаһына сәйгә саҡыра. Директор Разияны тыуған көнө менән ҡотлап телмәр тота, бүләк тапшыра. Мәжлестән һуң Разия Айҙарҙан үҙен оҙатып ҡуйыуын һорай. улар икәүләп Разияның фатирында табын ҡороп ултыралар. Айҙар Разияның олатаһынан ҡалған баянда уйнап үҙе сығарған «Инйәрем” йырын йырлай
Дуҫҡайымды эҙләп,
Төштөм кисеүгә,
Уйна әле, гармунҡайым,
Ғүмер кисеүҙә.
Инйәрем, Инйәрем,
Ҡайҙа һуң һин, йәрем?
Ҡайҙа минең йән-йәрем,
Инйәрем, Инйәрем?
Гармуным моңо илаһи —
Сыңлай кисеүҙәр.
һине тапмай, был донъянан
Юҡ һис китеүҙәр.
Инйәрем, Инйәрем,
Кил инде һин, йәрем!
Ҡайҙа минең йән-йәрем,
Инйәрем, Инйәрем?!
Айҙарҙың ҡустыһы Альберт нефть институтында уҡый. ул ағаһынан күпкә ҡыйыуыраҡ, йылғырыраҡ, уҫалыраҡ. Айҙар ҡайтҡанда ҡустыһы өйгә ҡайтмаған ине, таңға ғына ашамлыҡ тейәп ҡайтып инде - төнө буйы иптәштәре менән вагон бушатҡан. Айҙар ҡустыһын илке –һалҡы уҡыған өсөн битәрләп ала. Альберт “Бөтә студенттар ҙа ҡайҙалыр эшләй, хәйерсе стипедияға йәшәүе ауыр, һәр кемдең ашап-эскеһе килә, күрәһең бит, беҙҙең һыуытҡыс буп-буш”, - тип ҡаршы яуаплай. Альберт өйләнергә йыйыныуын әйтеп, әсәһенән фатиха һорай.
...