Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе
Автор: Гульнара Валиахметова • Январь 19, 2019 • Практическая работа • 443 Слов (2 Страниц) • 487 Просмотры
40. Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе.
Ялан Бөрйән ырыуы башҡорттарының «Мәҡтүб телмәре» рәүешендә яҙылған шәжәрәһе – формаһы, структураһы һәм стиле менән шулай уҡ бик үҙенсәлекле ҡомартҡы. «Мәҡтүб телмәре» атамаһы үҙе үк уның асылын аңлата: унда һәр быуын үҙ ырыуының тарихын, үҙ күргәндәрен, тормошон үҙе яҙып барған; үҙ исеменән хәл-ваҡиғаларҙы ғибрәтле эпизодтар, тамашалар аша йәнле итеп «бәян ҡылған».
Бына тәүге быуын, 1680 йылда тыуған “силсиләле” (шәжәрәле) башҡорт Ғәббәс улы Ғабдулла үҙенең йәшләй етем ҡалып, бер аҙ һабаҡ алғандан һуң балалар уҡытып йөрөүен, шунда ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнеүен яҙа ла аҙаҡ ҡайныһынан байтаҡ йылҡы, һыйыр, ҡуй малы алып тыуған яғына ҡайтып төшөүе хәбәр итә. “Шунан маллаымызны әйдәшеп ҡайтып китдек. Тумаларым ҡаршы алдылар, - тип яҙыуын дауам итә. – Мона йәтим бала ҡалай ҡайтды” дип ҡыуаныштылар. Ҡайтып ун көн торғач да, бер ҡуйны суйырға, балаға исем ҡушырға улдым. Исем туйына тумаларымны йыйдым. Баланы алға килтереп салғач, мулла бабай: «Кем дип ҡушабыз?» - дип минән сорады. «Мин белмәйем, ағалар белә», - дидем. Ҡаршы барып алған Мөхтәр ағай: “Мин бу балаға Ғабдулла күрешкәч дә исем ҡуштым”, - дип көлөп ебәрҙе. Ағайлар да көлдөләр, безнең Мөхтәр мулла икән” дип. Мулла бабай сорады: «Ни ҡуштың» - диде. Ғабдулланы күгәч дә, ҡотло юлға чыҡҡансығыз икән дип, бәрәкалла дидем. Мәхкүм күрсәгез, бу баланы «Ҡотлоюл» дип ҡушайыҡ” диде. Мулла бабай: «Бәрәкалла, - диде. – Бик матур исем. Юл бүләге дигән мәғәнәгә тура килә».
Үҙ тормошон, ғаилә хәлдәрен, артабан ырыу яҙмыштарын шулай үҙ исеменән, беренсе заттан, тасуирлап яҙыуы менән был яҙма шәжәрәнең традицион стиленә ҡарағанда башҡасараҡ төҫ ала, ысынлап та мәҡтүб телмәренә әйләнә.
Йәки бына тағы бер өлгө: «Без өчөбөз дә атҡа атланып бардыҡ. Ихатаға атларны бәйләп ҡуйдыҡ… Хәдрәт алдан чыҡты да ихатада тора». «Мосафир син ҡайсы ҡәрйәдән?» - дип сорады. Бән яуап бирдем: «Без Ялан Бөржән ыруғы», - дип. Шунан хәдрәт бәне үзенә өндәде. «Ярай, хәдрәт, бән юлдашларымнан айырылмайым », - дидем. “Бәли, - диде хәдрәт, - юлдашларыңны да алып бар”. Өчәүләп ат етәкләп бардыҡ. Хәдәт бик яҡшы ауҡәт әзерләгән. «Мосафирлар, нисәбәп илән килеп чыҡтығыз?» - диде. «Хәдрәт, ер эзләп йөрөйбез», - дидек. Хәдрәт әйтде: «Мона 2-3мил ҡәдәре ердә, сез бит башҡортлар, мал утларға бик яҡшы урын бар», - диде. «Хәдрәт, без ул урынны күреп килдек, - дидем, - Ҡалҡаш башҡортлары әйткәч, барып ҡарадыҡ. Безгә дә оҡшады», - дидем. Хәдрәт: «Килегез. Безгә юлдаш булырсыгыз, - диде. – Мосафир егет, ҡайда уҡыдың?» - дип миндән сорады. Бән яуап бирдем: «Сүрәнле буйы өчөнчө Үсәргәндә», - дидем. “Бәли, - диде, - Рәхмәт. Шафи хәдрәтдә уҡығансың икән”.
...